Йәмғиәт
18 Апрель 2019, 15:37

Еңмеш егет туҡтауҙы белмәй

Сығышы менән Сибай ҡалаһынан булған һәм әле Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында магистратурала белем алған Виктор Плис веб-программалау буйынса халыҡ-ара олимпиадала өсөнсө урынды яуланы.

– Бәйге ике этапта уҙа. Тәүҙә төбәк һайлап алыу туры ойошторола. Уны партнер компаниялар йәки юғары уҡыу йорттары ойоштора. Төбәк турында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәр финалға саҡырыла, – ти студент.

Әйткәндәй, һайлап алыу турында 700-гә яҡын кеше ҡатнашҡан, улар араһынан 30-40 кеше генә финалға һайлап алына. Виктор Плис дүрт йыл рәттән финалға сыға, әммә быға тиклем дүртенсе урындан юғары күтәрелә алмаған.

Викторға олимпиадала ҡатнашыу оҡшап ҡалған, күрәһең, киләһе йыл тағы ла барырға йыйына. Бәлки, еңмеш егет беренселекте лә алыр.

Фото: БашГУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы сайтынан.
Читайте нас