Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2019, 20:33

“Смарт-тау”ҙа ниҙәр бар?

Бөгөн кис Өфөлә дүртенсе тапҡыр йәштәрҙең “Смарт-тау” тип аталған төбәк белем биреү форумы асыла.

Бөгөн кис Өфөлә дүртенсе тапҡыр йәштәрҙең “Смарт-тау” тип аталған төбәк белем биреү форумы асыла.


Дүрт көн дауам итәсәк сарала йәштәр Башҡортостанды Бөтә Рәсәй форум кампанияһында күрһәтергә әҙерләнәсәк. Йыйынға 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге йөҙҙән ашыу кеше киләсәк. Унда ҡатнашыуҙың быйылғы мөһим шарты – үҙ проектың булыуы.


“Смарт-тау” сиктәрендә тәүге тапҡыр “Мәктәп платформаһы” эшләйәсәк. Унда 14-тән 17 йәшкә тиклем мәктәп уҡыусылары идеяларҙы проектҡа әйләндерергә өйрәнәсәк.


Ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ кластары, семинарҙар, проектлау, патриотика, шәхси брендинг, һөйләү оҫталығы буйынса лекциялар көтә. Шулай уҡ бай спорт һәм мәҙәни саралар ҡаралған.


Форумды республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, төбәктең йәштәр йәмәғәт ойошмалары ойоштора.


Фото: “Смарт-тау” медиа-үҙәге.