Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Яҡындарыңдың имен-һау, балаларыңдың ҡәнәғәт-шат булыуы етә. Ғаиләң-ҡәлғәң ныҡ, татыу икән, тормош ауырлыҡтары ла артыҡ һиҙелмәй, йәшәүгә сәм, ғәм артҡандан-арта.
26 апрелдә Стәрлетамаҡ районында “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тигән бәйге үткәрелә. Сарала ошо районда йәшәгән һәм балаларына 10 – 14 йәш тулған ғаиләләр ҡатнаша. Фестиваль Наумовка ауылында төшкө сәғәт 3-тә башланасаҡ. Әйҙәгеҙ, стәрлетамаҡтар, бәйгегә!