Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 14:29

Автоһәүәҫкәрҙең иң мөһим документы

Шәхси автомобиль күптән зиннәт булыуҙан туҡтап, уңайлылыҡҡа әүерелде. Ә бына уны рәхәтләнеп файҙаланыр өсөн водитель танытмаһы булыу мотлаҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһенә йыл һайын яңылыҡтар индерелеп тора. Таныҡлыҡҡа ҡағылышлылары ла бармы икән? Барлап ҡарайыҡ...

Шәхси автомобиль күптән зиннәт булыуҙан туҡтап, уңайлылыҡҡа әүерелде. Ә бына уны рәхәтләнеп файҙаланыр өсөн водитель танытмаһы булыу мотлаҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһенә йыл һайын яңылыҡтар индерелеп тора. Таныҡлыҡҡа ҡағылышлылары ла бармы икән? Барлап ҡарайыҡ...



Категориялар артҡан


Шулай итеп, һеҙгә водитель таныҡлығы кәрәк. Уны нисек алырға була? Юлы берәү – авто­мәктәпкә барырға. Үҙаллы уҡыу мөмкинлеген илдә 2014 йылда уҡ бөтөргәйнеләр. Йәшкә килгән­дә, барыһы ла категориянан тора. “М” һәм “А1” ярҙамсы категория­һы өсөн – 16 йәштән. “А”, “В”, “С” һәм “В1”, “С1” – 18 йәштән. “D”, “Tm”, “Tb” һәм “D1” өсөн 21 йәш тулыу мотлаҡ. “ВЕ”, “СЕ”, “DЕ” категорияларын, “В”, “С” һәм “D” категорияһын алғандан һуң 12 ай­ҙан да кәмерәк булмаған осорҙа, тимәк, кәмендә 19 йәштә алырға була. Әйткәндәй, “В” һәм “С” категорияһына 17 йәштән үк уҡып, имтихан тапшырып ҡуйырға мөмкин. Тик таныҡлыҡ барыбер 18 йәштән генә ғәмәлгә инә.


Күренеүенсә, категориялар һәм ярҙам­сы категориялар арт­ҡан. Элек ни бары “А”, “В”, “С”, “D” һәм “Е” ғына ине. Ярҙамсы категорияларға айырым туҡтап тороу артыҡ булыр. Ғәҙәти еңел машина ғына йөрөтөргә теләй­һе­геҙ икән, һеҙгә “В” ла етәсәк. Ниндәй ҙә булһа категория таныҡлығығыҙ бар икән (“А”-нан башлап), тимәк, һеҙ мопед (“М” категорияһы) йөрөтөргә лә хо­ҡуҡлы. Эйе, мопед өсөн дә кәрәк, ул 16 йәштән бирелә.


Таныҡлыҡ алыу нисә һумға баҫасаҡ? 2000 һум – дәүләт пош­линаһы. Шулай уҡ Һалым кодексында “яңы быуын” таныҡ­лығы ти­гән юлдар ҙа бар, улар махсус чип ҡуйып эшләнә. Хаҡы – 3000 һум. Әм­мә әлегә улар беҙ­ҙең илдә тапшырыла башла­маған. Бер ни тиклем аҡсағыҙҙы яны­ғыҙ­ҙа ҡалдырырға теләһәгеҙ, 30 про­центлыҡ ташлама тура­һын­да онотмағыҙ. Ул ғаризаны “Дәү­ләт хеҙмәттәре” порталы аша тап­шырғанда бирелә. Таныҡлыҡ ни бары 1400 һум торасаҡ.


Имтиханды биреү, һай, еңел түгел...


Хәҙер күп машиналар автомат­лаш­тырылған тапшырыуҙар ҡумтаһы менән йыһазланды­рылған. Был еңеләрәк тә, уңай­лыраҡ та. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн. Автомәктәптә “автомат”та уҡырға һәм ошондай машинала имтихан бирергә мөмкин. Әммә шуныһын күҙ уңында тотоғоҙ: таныҡлыҡта “һеҙ ни бары “автоматта” ғына йөрөй алаһығыҙ” тигән билдә торасаҡ. Әгәр “механика”ға ултырырға теләйһегеҙ икән, яңынан автомәктәпкә барып, 16 сәғәтлек махсус курс үтергә һәм яңынан имтихан тапшырырға кәрәк. Ә бына баштан уҡ “механика”ла уҡығандар йәне теләгән машинаны йөрөтә ала. Шуныһын белеп ҡуйығыҙ: “ав­томат”лы таныҡлыҡ менән “ме­ханика”лы автомобиль руленә ултырып тотолһағыҙ, бөтөнләй та­ныҡлыҡһыҙ йөрөгәнһегеҙ тип иҫәпләнәсәк һәм штраф һалы­насаҡ.


Имтихан биреүҙә яңылыҡтар юҡ кеүек. Шул уҡ өс этапты – “тео­рия”, “майҙансыҡ” һәм “ҡала”­ны – тапшырырға кәрәк. Теоретик имтихан компьютерҙа тапшырыла. Тестағы 20 һорауға яуап би­рергә кәрәк. Ике тапҡыр хатала­нырға була һәм һәр хата өсөн биш өҫтәмә һорау ҡаралған. Һорауҙарға яуапты 20 минут эсендә биреп өлгөрөргә кәрәк.


Әгәр имтихан тапшыра алма­һағыҙ, ҡабаттан биреү мөмкин­леге бар. Береһен тапшырмай тороп, киләһе этапҡа үткәрмә­йәсәктәр. Ҡабаттан ете көндән һуң биреп ҡарарға була. Өс тапҡыр рәттән бирә алмайһығыҙ икән, сираттағы тапҡыр 30 көндән һуң ғына килергә ярай. Теорияны тапшырһағыҙ, “майҙансыҡ” менән “ҡаланы” тапшырыу өсөн алты ай ваҡыт бирелә. Өлгөрмәһәгеҙ, “теорияны” яңынан бирергә тура киләсәк. Былар бушлай.


Яуапһыҙҙарҙы штрафтар көтә


Рәсәйҙә таныҡлыҡ ун йылға бирелә. Уның ваҡыты үткәс, ЮХХДИ-ға барып алмаштырыу мотлаҡ. Был осраҡта паспорт менән бергә медицина белеш­мәһе лә кәрәк. Әгәр юғалтып йәки фамилия алмаштырыу сәбәпле яңыһын алһағыҙ, медицина бе­леш­мәһе талап ителмәй. Әйткән­дәй, алмаштырыу өсөн мотлаҡ ЮХХДИ-ға барыу кәрәкмәй, быны МФЦ-ла эшләргә мөмкин.


Тағы шуны хәтерегеҙҙән сы­ғар­мағыҙ: таныҡлыҡтың ваҡыты үтһә, рулгә ултырырға ярамай. Бының өсөн биш меңдән 15 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Шулай уҡ был документы бө­төн­ләй булмаған кеше рулдә тотолһа ла, шундай уҡ кимәлдә штраф ҡаралған. Ә бына таныҡ­лығы бул­маған кешегә автомобилен биреп торған кешегә иһә 30 мең һум штраф ҡаралған! Был осраҡ­та автомобиль һаҡ аҫтына алына.


Таныҡлығынан ҡолаҡ ҡаҡҡан килеш рулгә ултырған кешегә иһә 30000 һум штраф ҡаралған. Шулай уҡ 15 тәүлеккә һаҡ аҫтына алыуҙары йәки 100-200 сәғәткә мотлаҡ эштәргә йәлеп итеүҙәре ихтимал. Ә инде таныҡлығығыҙ булып та, уны өйҙә онотоп ҡал­дыраһығыҙ икән, 500 һум штраф һаласаҡтар.


Водитель таныҡлығын ниндәй осраҡта тартып алалар? Уларҙың иң мөһимдәре: иҫерек килеш рул­дә йөрөү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тиҙлекте сәғәтенә 60 һәм унан да күберәк километрға арттырыу, номерһыҙ машинала йөрөү (хатта береһе генә булмаһа ла), тимер юл аша сыға торған ерҙә тыйыу­сы сигналға үтеү, законһыҙ “мигалка” һәм “крякалка” ҡуйыу, оператив хеҙмәттәр машиналарына юл бирмәү һәм башҡалар. Ә 2016 йылдың 15 ғинуарынан таныҡ­лыҡ­ты “сикләй” ҙә башланылар. Был водителдең 10 мең һумдан ашыу түлән­мәгән штрафтары, алименттары һ.б. булған осраҡта эшләнә. Сикләүҙе суд прис­тав­тары һала. Документығыҙҙы кире алыу өсөн бурысты түләргә кәрәк.


Алдырылған таныҡлыҡты кире алыу өсөн теоретик имтихан тап­шырырға һәм барлыҡ штрафтар­ҙы ла түләргә кәрәк. Был осраҡта медицина белешмәһе булыуы ла мотлаҡ.
Читайте нас: