Йәмғиәт
19 Апреля 2019, 08:03

Ҡәүемеңә етһен тауышың

Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайы алдынан төбәктәрҙә башҡарылған эштәрҙе барлаған, киләсәккә пландар ҡорған, делегаттар һайлаған йыйылыштар әүҙем бара. Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһында урынлашҡан төбәк район мәҙәниәт йортона халыҡ әүҙем йыйылды. Тәбрикләү һүҙе менән хакимиәт башлығы Дамир Мостафин сығыш яһаны. Ул төбәктә башҡорт рухиәтен һаҡлап алып ҡалыу өсөн атҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.

Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайы алдынан төбәктәрҙә башҡарылған эштәрҙе барлаған, киләсәккә пландар ҡорған, делегаттар һайлаған йыйылыштар әүҙем бара. Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһында урынлашҡан төбәк район мәҙәниәт йортона халыҡ әүҙем йыйылды. Тәбрикләү һүҙе менән хакимиәт башлығы Дамир Мостафин сығыш яһаны. Ул төбәктә башҡорт рухиәтен һаҡлап алып ҡалыу өсөн атҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.


Бөгөн Әлшәй районында 17001 башҡорт йәшәй, тимәк, төбәктән Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролта­йына дүрт делегат һайланасаҡ. Уларҙың башҡорт телен яҡшы белеүе, рухы менән башҡорт булыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы мөһим.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев һәр милләттәштең халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлап һүҙ әйтергә, аныҡ эштәр башҡарырға мөм­кинлеге барлығы тураһында һөй­ләгәндә, тап “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н күҙаллап фекер йөрөттө.


– Беҙгә төрлө тәҡдимдәр килә. Ҡайһы берҙәрен уҡып, бына шәп фекер, тибеҙ. Икенселәрен күреп, илар­лыҡ йәки көлөрлөк хәлгә лә етәбеҙ. Әммә шуныһы ҡыуандыра: милләт­тәштәребеҙ битараф түгел. Ул тәҡдимдәр менән һәр кем таныша, үҙ фекерҙәрен еткерә ала. Бының өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтындағы стратегия өсөн асылған махсус биткә инергә генә кәрәк! – тине Азамат Зиннур улы Сирбаев.


Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты ағзаһы, ғалим Фәнзил Санъяров үҙ сығы­шында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса һәр уҡытыусының, ата-әсәләрҙең бергәләп әүҙем эшләргә тейешлеге хаҡында һөйләне.


– Дәүләт структураларына халыҡ фекерен тап һеҙҙең менән еткерергә тейешбеҙ. Ә ҡарашыбыҙ төплө, ни­геҙ­ле булһын өсөн, ата-бабаларҙың мираҫы – туған телебеҙҙе һаҡлауға бәйле булырға тейеш! – тине ул.


Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов үҙ сығышында район халҡын йыйын­дарҙа әүҙем ҡатнашырға, бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа саҡырҙы.


– Оҙаҡламай Дәүләкән ҡалаһында Башҡорт Автономияһы башында тор­ған шәхес, шағир, мулла Сафуан Яҡ­шығоловтың исемен мәңгеләш­те­реү маҡсатынан мәктәп уҡыусы­лары ҡатнашлығында ун бер район ара­һында конкурс үтә. Сарала Әлшәй районы балалары ла ҡатна­шыр тигән өмөттә ҡалабыҙ! – тине ул.


Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закуан Әхмәтов: “Ауылдарҙы һаҡларға кәрәк. Бына ошо хаҡта күп әйтәбеҙ, эштәр ҙә атҡарыла, әммә бөгөн ауылға яңыса ҡараш кәрәк. Милли кәсептәрҙе тергеҙеп, ауыл ерендә эш булдырыу юлдарын хәстәрләрбеҙ!” – тине.


Сарала шулай уҡ район хакимиә­тенең мәғариф бүлеге начальнигы Алик Вәлиәхмәтов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Әкимбәтов, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтиева сығыш яһаны. Демографик хәл, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тура­һында Раевка үҙәк район дауа­ханаһы баш табибы урынбаҫары Зөһрә Нәбиул­лина, йәштәр хәрәкәте хаҡында спорт һәм йәштәр буйынса комитет рәйесе Динар Әхмәҙрис­ламов һөйләне.


Сараға килгән дин әһелдәре төбәктә ерләнгән әүлиәләр тураһын­да ыңғай фекер әйтте, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә имандың мөһимлеген билдәләне. Йәштәр араһында ла дин тотоусылар бар төбәктә, улар халыҡты бары иман менән генә үҙ асылына ҡайтарып булыуына баҫым яһаны. Юлбашсыбыҙ Зәки Вәлиди­ҙең һүҙҙәрен иҫкә алып, “телде, динде һаҡларға” кәрәклеген айырым-асыҡ әйтте.


Әлшәй ере таланттарға бай, һәр икенсе йырсы ошо яҡтан, тиһәк тә хата булмаҫ. Сара һуңында улар майҙан тотто. Бәләкәй балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем халыҡ йырҙарын башҡарып һоҡлан­дырҙы!


Әйткәндәй, Әлшәй районы уҡыу­сы­лары С. Яҡшығолов уҡыуҙары буйынса әүҙемлек күрһәтә. Балалар ши­ғырҙарын ятлап ҡына ҡалма­ған­, ә шағирға арнап шиғырҙар ҙа ижад иткән. Ҡыпсаҡ-Асҡар дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзәлә Мул­лағолованың уҡыусы­лары, мәҫәлән, ана ниндәй белемде, мәғрифәтселекте данлаған шиғырҙар яҙған! Афарин, балалар!


Әлшәй районы


Гәзит уҡыусылар ижады


Саф күңелле Сафуан


Миәкәлә Дим буйында

Бик күп шәхестәр тыуған.

Аҡмулланы дауам итә

Яҡшығолов Сафуан.


Миәкә лә тыуып үҫеп,

Дәүләкәнде үҙ иткән.

Дим буйы башҡорттарына

Белем орлоғо сәскән.


Дәүләкән мәҙрәсәһендә ул

Дин юлына юл алған.

Етемдәрҙең күңеленә

Изгелек нуры һалған.


Яҡшылыҡҡа әйҙәй гелән,

Исеме лә Сафуан.

Мәғрифәтсе был шағирҙың

Күңеле лә саф булған.


Динислам НИҒМӘТУЛЛИН,

V класс уҡыусыһы.


Тел яратҡан бөйөк уҙаман


Милләтемдә оло шәхестәр бар:

Ғорурланам, хайран ҡалырлыҡ.

Аҡмуллалар, Сафуандар булған

Аҡыл менән меңде йығырлыҡ.


Уянығыҙ, уян, башҡортом, тип

Юҡҡа улар янып көймәгән.

Ҡырмыҫҡанан үрнәк алығыҙ, тип,

Башҡортом, тип алға әйҙәгән.


Уҡығыҙ, яҙығыҙ, өйрәнегеҙ тел, тип

Яҡшығолов юҡҡа әйтмәгән.

Ҡырағайлыҡ, наҙанлыҡтан ҡурҡып,

Телһеҙ булмағыҙ, тип өндәгән.


Ер һатмағыҙ, тел һаҡлағыҙ, тигән

Мәғрифәтсе шағир Сафуан.

Мин алтындан һәйкәл ҡуям һиңә,

Тел яратҡан бөйөк уҙаман.

Гөлфирә СӘМИҒУЛЛИНА,

XI класс уҡыусыһы.
Читайте нас