Уңған етәкселәр барҙа ауыл йәшәр.
Бөгөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә. Тап ауыл биләмәһе етәксеһе барлыҡ мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Эшһеҙлеккә һәм эскелеккә ҡаршы көрәшеү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, тирә-яҡты таҙартыу, ҡулайлаштырыу шарттарында мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм клубтарҙы һаҡлап алып ҡалыу, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр – ғәмәлдә уның иңендә.
Райондың иң ҙур биләмәләренең йәшәйеше, проблемалары, урындағы үҙидараның бөгөнгө эшмәкәрлеге, хәл итәһе мәсьәләләре, биләмәлә башҡарылған эштәр хаҡында талапсан етәкселәрҙең береһе Әнисә ҒӘЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Әнисә Баҡый ҡыҙы, үҙегеҙҙең эшмәкәрлек биләмәһе менән яҡындан таныштырһағыҙ ине.
– Ауыл биләмәһенә Калинин һәм Дәүләт (Һеңрән) ауылдары инә. Биләмәнең дөйөм майҙаны 33 мең 378,75 гектар тәшкил итә. Иҫке Сибай – Баймаҡ районының иң ҙур ауылдарының береһе. Бында 5 меңдән ашыу кеше йәшәй, биләмәлә барлығы 56 урам булһа, шуның 48-е Иҫке Сибайҙа. Бөтәһе 1 мең 708 хужалыҡ иҫәпләнә, йәмғеһе 776 пенсионер. Ауылда мәҙәниәт йорто, “Сулпылар” балалар баҡсаһы, Әһлей Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе, китапхана, ике йылытыу ҡаҙанлығы, мәсет, “Урал аръяғы” МТС-ының төп бүлексәһе, дауахана, почта урынлашҡан.
Сибайға яҡын булғас, элек-электән ауыл халҡы ҡалаға йөрөп эшләй. Күптәр яҡындан ер алып, йорт төҙөп, беҙҙә донъя көтһә лә, эше лә, ашы ла башҡа урында. Тимәк, уларҙан ауыл хакимиәтенә файҙа юҡ, әммә көнкүреш шарттары булдырыу өсөн беҙ яуаплы. Шулай уҡ күптәр вахта ысулы менән ситтә эшләй.
Ауыл биләмәһендә сауҙа менән шөғөлләнгән 15 шәхси эшҡыуар, 10 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Демографик хәлгә килгәндә, 2017 йылда – 39, 2018 йылда 49 бала донъяға килгән. Быйыл был һандың артыуын көтәбеҙ, сөнки йәштәр ауылда төпләнә, яңы йорттар һала.
– Һөйләшеүҙе биләмә хаҡында башлағас, күп бәхәс тыуҙырған урта мәктәпкә лә ентекләберәк туҡталып үтәйек әле.
– Ысынлап та, ауылдың белем усағы авария хәлендә ине. Бина совет осоронда төҙөлгән. Бер ваҡытта ла капиталь ремонт күрмәгән мәктәп һуңғы йылдарҙа емерелеп, стеналары ҡыйшайып, рәте китте. Мәктәп етәкселеге һәм ата-әсәләр балалар ғүмере өсөн хәүефләнеп, былтыр көҙ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте. Радий Фәрит улы республиканың мәғариф министры Айбулат Вәкил улы Хажинға мәсьәләне тулыһынса асыҡлау һәм яйға һалыу бурысын ҡуйҙы.
Айбулат Хажин үҙе шәхсән Иҫке Сибай урта мәктәбендә булып, проблема менән яҡындан танышҡас, ауыл мәктәбе яҙмышы хәл ителде. Әле V–XI класс уҡыусылары (200 бала) күрше Сибай ҡалаһының 14-се мәктәбендә белем алыуын дауам итә. I–IV класс уҡыусылары өсөн урындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә йәштәге учреждениеһының бер нисә бүлмәһендә һәм Иҫке Сибай музыка мәктәбендәге кабинеттарҙа уҡый.
Яңы мәктәп төҙөү өсөн проекттар әҙер, июнь айында аукцион үтәсәк.
– Белеүебеҙсә, “Реаль эштәр”, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” кеүек социаль проекттарҙа ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ.
– Ошо программаның төп маҡсаты – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Күпселек ауыл халҡы юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек йүнәлештәрҙе һайлай. Беҙ был программала йыл һайын әүҙем ҡатнашабыҙ. Былтыр “Сулпылар” балалар баҡсаһында капиталь ремонт үткәрҙек, тәҙрә, ишектәрен алмаштырҙыҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса 261 мең һум аҡса бүленде, был ярҙамға декабрь айында ДТ-75 тракторы алдыҡ.
Быйыл ауыл халҡы, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен күтәреп, тауыш бирҙе. Проект хупланһа, биләмәнең күп урамдарына “Ильич лампа”лары ҡуйыласаҡ.
– Иҫке Сибай ауылы ҙур, һәм унда төрлө тарафтан күсеп килгән халыҡ йәшәй. Һеҙгә тотош ауылдарҙа эш алып барыу еңелдән түгелдер. Йәмәғәт ойошмалары, ауыл депутаттары менән эш нисек алып барыла? Төп таянысығыҙ кемдәр?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ауылда, бигерәк тә яңы биҫтәлә, йорт һалыусылар араһында күбеһе – ситтән килгән халыҡ. Уларҙың күбеһен белеп, яҡындан танышып өлгөрөп тә булмай. Бер үҙемә өс ауылды контролдә тотоп, барыһын да борсоған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү мөмкин дә түгел. Был тәңгәлдә миңә ауыл советы депутаттары һәм старосталар ярҙамға килә. Һәр ауылдың үҙ старостаһы бар, Иҫке Сибай ҙур булыу сәбәпле, бында ике кеше тәғәйенләнгән.
Шулай уҡ миңә йәмәғәт ойошмалары ярҙамға килә, улар менән кәңәшләшеп, үҙ-ара һөйләшеп, барлыҡ эште, мәҙәни сараларҙы, экологик өмәләрҙе бергә башҡарабыҙ. Урындағы халыҡтың да үҙ атайсалына ҡарата битараф булмауы ҡыуандыра. Ауыл аҡһаҡалдары үҙҙәре килеп кәңәш бирә, ниндәй эштәргә иғтибар итеү кәрәклеген әйтә. Халыҡтың әүҙемлеге, йәмәғәт ойошмаларының ихлас эшләүе – хеҙмәтебеҙҙең төп уңышы.
Ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе – Рәйфә Айытҡолова), ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы (Ильвира Рәхмәтуллина), ҡоролтай рәйесе (Венера Айытҡолова), ир-егеттәр ҡоро (Рәфил Вәлиәхмәтов) эшмәкәрлеген яҡшы яҡтан ғына баһалар инем.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да йәмәғәт ойошмаларын ҡайтанан тергеҙеү башланғысын хуплап сығыш яһауы, ә инде республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың старосталар мәктәбен ауылдарҙа ҡайтанан ныҡлап тергеҙеү, уларға танытма тапшырыу кәрәклеген билдәләүе үҙ ваҡыттары иҫәбенә, йәмәғәт башланғысында бушлай эшләүселәрҙең мәртәбәһен арттырмай ҡалманы. Бөгөн күптәр уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һала, кәңәштәрен тыңлай, фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Йәмәғәт башланғысында йөрөүселәр – уң ҡулым, күҙ-ҡолағым. Бигерәк тә мин Иҫке Сибай старостаһы Зөһрә Ғәйнуллина хаҡында йылы һүҙҙәр генә әйтер инем. Зөһрә Фәхретдин ҡыҙы ауылдың күп эштәрен оҫта ойоштороусы ғына түгел, әйҙәүсе лә. Әйҙәүсеһе булһа, уға эйәреүселәр һәр саҡ табыла. Кәрәк булһа, ул һәр йортто урап сыға, әммә халыҡҡа аңлатыу эшен еренә еткереп башҡара. Мин уға ифрат рәхмәтлемен.
Ун ауыл советы депутаты бар, улар үҙҙәренә беркетелгән округта маҡсатлы эш алып бара. Һайлаусыларының ышанысын аҡлап, улар күтәргән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тырыша.
– Һуңғы ваҡытта урындарҙа эскелеккә, рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡаршы көрәш киң ҡолас алды. Был тәңгәлдә һеҙҙә хәлдәр нисек? Халыҡ айыҡ йәшәүгә ыңғай ҡарашталыр?
– Әлбиттә. Ауылда айыҡ тормош өсөн көрәш күптән бара. Халыҡ араһында “Айыҡ туй”, спиртлы эсемлекһеҙ байрамдар, районда “Сәләмәт ауыл” конкурсы үткәрелә. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортты үҙ итеүгә булышлыҡ иткән волейбол ярыштарында ҡатнашалар. “Айыҡ айлыҡ”тар иғлан ителә. Быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ араһында таралған эскелеккә ҡаршы көрәш, айыҡ тормошто пропагандалау ниәтендә атҡарыла.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа иҫерткес эсемлектәрҙең законһыҙ һатылыуы, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан килтерелгән техник спирт һәм суррогат араҡы эсеп үлеү осраҡтарының теркәлеүе бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән беҙҙең ауыл биләмәһе лә ситтә ҡалмай.
Ысынлап та, “йәшел йылан”ға ҡаршы эште бергәләшеп башлау үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары менән бергә спиртлы эсемлектәр һатылған нөктәләрҙе асыҡлайбыҙ, уларға барып, протокол төҙөлә. Кеше бер аҙ шикләнә төштө, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа кәмене. Был эш даими күҙәтеүгә алынған, рейдтар һәр саҡ үткәрелеп тора.
– Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Театр йылын нисек ҡаршылай иҫке сибайҙар?
– Шатланып ҡаршы алдыҡ. Беҙҙә сәнғәтте яратҡан, мәҙәниәтте үҙ иткән халыҡ йәшәй. Районда Иҫке Сибай ауылы халҡы дәртле һәм талантлы булыуы менән айырылып тора. Ауыл мәҙәниәт йортонда “Ялҡын” театр һөйөүселәр клубы уңышлы эшләй. Уның етәксеһе Миңнур Һунаршинаның тырышлығы менән ауыл әртистәре тамашасыға спектаклдәр сәхнәләштерә. Быйыл улар Флорид Бүләковтың “Ярангөл” спектакле менән Әбйәлил районында үткән Әхтәм Абушахманов исемендәге призға ойошторолған республика театр коллективтары фестивалендә II урынды яуланы. Иң ҡыуаныслыһы: ниһайәт, исемле йылда коллектив халыҡ театры тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
– Ауыл биләмәһе башлығын тағы ниндәй проблемалар борсой?
– Ауылдарҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртыу, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыуға булышлыҡ итеү – быларҙың барыһы ла урындағы хакимиәт иңендә. Бөгөн һәр ауыл биләмәһе башлығы алдында, үҙенә йөкмәтелгән бихисап йөкләмәнән тыш, төбәктәге барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы ла тора.
Һәр кварталға бүленгән 150 мең һум аҡсаға юлдарға таш түшәтеү, төҙөкләндереү һәм башҡа проблемаларҙы хәл итәбеҙ. Әммә был аҡса ғына етмәй, шуға күрә күп проекттарҙа ҡатнашырға, төрлө программаларға ҡушылырға, ҡайһы осраҡта башҡа сығанаҡтар аша көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә.
Бөгөн Алтын – Сибай араһындағы Ҡарамалы йылғаһы аша һалынған күперҙең авария хәлендә булыуы төп проблема. Ярҙам һорап хат яҙҙыҡ, әле яуап көтәбеҙ. Шулай уҡ сүп-сар реформаһы халыҡ араһында ҙур борсолоу тыуҙырҙы, һаман да ауыл халҡы уны ҡабул итергә әҙер түгел. Элекке ауыл янындағы сүп-сар урынын тулыһынса таҙалап, тигеҙләп, тейешле органдарға тапшырыу эше тора.
Яҙ етеү менән көтөү мәсьәләһе халыҡ араһында ҙур һорау тыуҙыра. Бөгөн көтөүсене көндөҙ сыра яндырып эҙләгәндә лә табып булмай. Теләк белдереүселәр ҙә бер аҙна көткәс, юҡҡа сыға, шуға күрә ауыл йыйынында малы булған һәр йорт көтөүҙе үҙе ҡарарға тигән теләк белдерҙе. Был яңылыҡты барыһы ла ыңғай ҡабул итерме, юҡмы – уныһын инде ваҡыт күрһәтәсәк. Юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре лә тулыһынса хәл ителмәгән.
Экологик хәл яҡшыра. Әле өмәләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, тирә-яғыбыҙҙы таҙартабыҙ, ағас ултыртабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл халҡының йәшәйешен юғары кимәлгә күтәреү, социаль инфраструктураларҙы яҡшыртыу, мәҙәни кимәлен арттырыу, уларҙың сәләмәтлеге һағында тороу һәм башҡа бихисап проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ.
– Әнисә Баҡый ҡыҙы, эшегеҙҙең уң булыуын, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Хеҙмәтегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!