20 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында “Ҡаршы ал, Өфө!” экскурсияһы уҙғарыла. Шишмә һәм Балговар райондарындағы төрлө олимпиадаларҙа еңгән уҡыусыларға ошондай үҙенсәлеле бүләк яһанылар. Экскурсия “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Республиканы ас” проекты нигеҙендә ойошторола.
Сара барышында экскурсовод малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы башҡорт халҡының тарихы менән таныштырасаҡ, үҙенсәлектәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡала атамаһының барлыҡҡа килеүе, тарихи дәүерҙәр тураһында һөйләйәсәк. Балаларҙы Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә, театрҙарға, ҡорамдарға, мәсеттәргә, рәссам М. Нестеров, яҙыусылар С. Аксаков, С. Довлатов, М. Кәрим, йырсы Ф. Шаляпин, бейеүсе Р. Нуриев, хәрби етәкселәр А. Суворов, В. Блюхер, В. Чапаевтың тормошо, ижды менән бәйле иҫтәлекле урындарға алып барасаҡтар.
Программала шулай уҡ Башҡортостандың милли музейына сәфәр ҡарала. Уҡыусыларҙы проекттың координаторы, “Крекс” туристик фирмаһының үҫеш буйынса директоры Рим Суфиянов һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе Секретары урынбаҫары Эдуард Сәйетбатталов оҙатып йөрөйәсәк.