Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машина ҡуйған өсөн штраф һалыуҙы индергән “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте.
Штраф күләме ярайһы уҡ ҙур: граждандарға бер меңдән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – биш-ун мең һум, ойошмаларға 20 меңдән 30 мең һумға ҡәҙәр. Ә инде ошондай тәртип боҙоу ҡабатланһа, штраф күләме ике тапҡырға артасаҡ.
Закон буйынса протокол төҙөү һәм штраф һалыу район хакимиәттәрендәге административ комиссияның вәкәләтенә ҡарай. Улар тураһындағы белешмәне район һәм ҡала хакимиәттәренең “Административ комиссия” бүлегендә табырға мөмкин. Теләгән һәр кем тыйылған урындарға ҡуйылған автомобилдәрҙе фотоға төшөрөп ебәрә ала. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 26.7-се статьяһына ярашлы, фотолар йәки видеояҙмалар дәлил булып иҫәпләнәсәк. Әммә бының өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәү мөһим:
1. Мөрәжәғәт аноним булырға тейеш түгел. Мәғлүмәт ебәргән кеше махсус бланк тултырырға бурыслы. Бланкты Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының сайтынан
2. Фотолар йәки видеояҙмалар сифатлы булһын. Унда автомобилдең тыйылған урында тороуы (урамдың исеме һәм йорт һаны күрһәтелһә, тағы ла яҡшы), теркәү номеры асыҡ сағылһын. Водитель автомобилдең салонында телефон номерын күрһәтеп яҙыу ҡалдырһа, уны ла теркәп ҡуйығыҙ.
Ғаризаны, фотоны һәм видеояҙманы урындағы административ комиссияның рәсми сайтына ебәрергә кәрәк.
Ялыу, рәсми мөрәжәғәт булараҡ, “Рәсәй Федерацияһының мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тәртибе тураһында”ғы законға ярашлы ҡарала, шуға ла унда күрһәтелгән адресҡа административ комиссия ҡабул иткән ҡарар тураһында белдереү ҡағыҙы киләсәк.
Әгәр ҙә автомобиль ышаныс ҡағыҙы буйынса бүтән кешегә файҙаланырға бирелһә йә урланған булһа, ул саҡта транспортты башҡа кеше файҙаланыуын иҫбатларға тура киләсәк. Хәҙер транспортты каршеринг компаниялары ҡуртымға бирә. Был осраҡта компанияға ҡануниәтте боҙған ваҡытта автомобилде ҡулланған кеше тураһында мәғлүмәт алынасаҡ, һуңынан файҙаланған кешегә штраф һалына.
Билдәле булыуынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һалынған штрафты 20 көн эсендә түләгәндә 50 процент күләмендә ташлама ҡарала. Газон, спорт һәм балалар майҙансығын тапатҡандарға был ҡағылмай.
Автотранспортты тротуарҙа ҡуйған өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.19-сы статьяһына ярашлы штраф һалына. Протоколдарҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары төҙөй.
Һорауҙар килеп тыуһа, үҙегеҙҙәге административ комиссияға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр ҙә инде административ комиссия эшенә ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылһа, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының административ комиссиялар эше буйынса бүлегенә (8(347)218-10-34) шылтыратырға мөмкин.