Белеүебеҙсә, беҙҙең төбәктә күк, аҡ һәм зәңгәр умырзаялар күберәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылына бер тапҡыр ғына баш ҡалҡытҡан был матурлыҡты күптәр өҙөүҙән, гөлләмә итеп йыйыуҙан тартынмай. Ошоно күҙ уңында тотоп, сәскәне тәләфмәләү, һаҡлау маҡсатында йыл һайын төрлө акциялар үткәрелә, Умырзая көнө билдәләнә.
Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, яҙҙарыбыҙҙың сәскәле булыуына һөйөнөп йәшәйек, дуҫтар. Умырзаяларҙы өҙмәйек.