Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 17:52

“Йәйәү йөрө, Рәсәй”

Бөгөн Өфөнөң Якутов исемендәге паркында таяҡ тотҡан кешеләр хәтәр күп ине. Сәбәбе ябай – унда “Йәйәү йөрө, Рәсәй” һаулыҡ һәм төньяҡ йөрөшө фестивале башланды.

Бөгөн Өфөнөң Якутов исемендәге паркында таяҡ тотҡан кешеләр хәтәр күп ине. Сәбәбе ябай – унда “Йәйәү йөрө, Рәсәй” һаулыҡ һәм төньяҡ йөрөшө фестивале башланды.


Фестивалгә стартты Ирекле физкультура союзы етәксеһе, донъя һәм Европа чемпионы, олимпия уйындары призеры Ирина Слуцкая бирҙе. Әйткәндәй ул Башҡортостанға “Изгелек поезды” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу өсөн килгәйне.


– Төньяҡ йөрөшө, ғөмүмән, атлап йөрөү һәр кем көн дә башҡара алған спорт төрө. Хәрәкәт – сәләмәтлектең төп башланғысы. Ауыҙҙарығыҙҙы йырып, шатланып, күтәрене кәйеф менән йөрөгөҙ, – тип сәләмләне өфөләрҙе Ирина Слуцкая.


Сарала шулай уҡ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов һәм ирекмәндәр ҡатнашты.


“Йәйәү йөрө, Рәсәй!” һаулыҡ һәм төньяҡ йөрөшө фестивале башланыр алдынан, ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ кластары үткәрҙеләр, нисек дөрөҫ һәм һаулыҡҡа файҙалы итеп йөрөргә өйрәттеләр.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: