Республикабыҙ сиркәүҙәренең береһендә иғәнә йыйылған йәшникте урлағандар.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, был хәл үткән төндә Стәрлетамаҡтағы Иоанн Предтеча сиркәүендә булған.
Урынға тикшереү-оператив төркөмө сыҡҡан. Ҡаза күреүсе бар – ҡарауылсы. Ул дауаханала.