Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2019, 13:36

Йәй ниндәй буласаҡ?

Илебеҙҙә был йәй йылы буласаҡ, тип белдергән Рәсәй гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд журналистар менән осрашыуҙа.

Фото: play.google.com
Фото: play.google.com
Илебеҙҙә был йәй йылы буласаҡ, тип белдергән Рәсәй гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд журналистар менән осрашыуҙа.


Уның һүҙҙәренсә, температура күрһәткестәре нормаға ярашлы һәм унан юғарыраҡ буласаҡ.


“Апрель иһә илдең Европа өлөшөндә ҡоро торасаҡ. Шулай ҙа янғын хәүефе юғары түгел, сөнки әлегә ер еүеш, – тигән үҙәктең ғилми етәксеһе. – Был айҙа яуым-төшөм бик аҙ, алдағы көндәрҙә лә үҙгәреш көтөлмәй. Майға килгәндә, етерлек кимәлдә йылы һәм дымлы буласаҡ”.
Читайте нас: