Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2019, 14:57

258 грамлыҡ сабый

Фото: sibmama.ru
Былтыр октябрҙә Японияла 258 грамм ауырлыҡтағы сабый тыуған.
Хәҙер бала 3,4 килограмға еткән, буйы – 43 сантиметр.
Сабыйҙың ошолай тыуыуының сәбәбе: әсәһе Сэкино ауыры 24-се аҙналыҡ сағында һаулығы киҫкенләшкәс, операция яһатҡан.
Бәләкәй баланы тәүҙә ҡарау, әлбиттә, ныҡ ҡыйын булған. Ҡан тамырҙары үтә нескәлектән, тамыҙғыс ҡуйыу айырыуса ауырлыҡ тыуҙырған.
Әйткәндәй, донъяла иң бәләкәй сабыйҙар – игеҙәктәр – 2015 йылда Чикагола тыуған. Уларҙың береһе – 243, икенсеһе 240 грамм ауырлыҡта булған.
Донъя буйынса ошолай 300 грамға етмәй тыуған 24 сабыйҙың иҫән ҡалғаны билдәле.