Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2019, 19:38

Сибай ҡалаһы башлығына – Салауат Юлаев ордены

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибай ҡалаһындағы экологик хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барған хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.

Фото: Олег Яровиков.

Араларында таусылар, табиптар, уҡытыусылар, журналистар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре һ.б. бар. Улар Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа иһә Салауат Юлаев орденын тапшырып, Радий Хәбиров былай тине:
“Был награда – ниндәйҙер кимәлдә аванс. Ғәҙәти булмаған хәл, ни өсөн тигәндә, ҡағиҙә буйынса, беҙ муниципалитет башлыҡтарына Салауат Юлаев орденын тапшырмайбыҙ. Әммә был осраҡ – беҙҙең Рөстәм Әхмәткәрим улына рәхмәтебеҙ билдәһе. Ул ҡалала тыуған хәлгә бәйле ауырлыҡтарҙы үҙ иңенә алды, уларҙы бөтөрөүҙә бар тырышлығын һалды, яҡшы эшләне”.
Читайте нас: