Шаран районынан йәш ир Илдар Вахитов Себерҙә һәләк булған.
Социаль селтәрҙә уның апаһы Резеда хәбәр итеүенсә, ағаһы Ханты-Манси автономлы округының Радужный ҡалаһы эргәһендә таксистың ғәйебе менән юл фажиғәһендә йән биргән. Хәҙер мәрхүмдең кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтырға кәрәк, яҡындары ошоға бәйле ярҙам һорай.
“Бер йыл элек әсәһе вафат булды. Бәлиғ булмаған һеңлеһен Илдар ҡарай ине. Өлкән һеңлеһе педагогия колледжында уҡый”, – тип яҙа апаһы һәм мәйетте алып ҡайтыу йәһәтенән булышлыҡ ҡылыуҙы үтенә.
Бәйләнеш өсөн телефон – 89373389261.