Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 18:10

Балалар тейәгән автобус һәләкәткә осрай яҙған

“Хәйерле иртә, әйткәндәй...Ошо хәл ҡасандыр булырға тейеш ине...Бөгөн иртәнсәк Отнурок ауылында балалар тейәгән автобус һыуға бата яҙҙы. Балалар ҡурҡан, һыуланған. Боҙ ирей башлаған, һыу киткән. Әгәр ҙә батһалар?” – тип яҙа автор.

“Хәйерле иртә, әйткәндәй...
Ошо хәл ҡасандыр булырға тейеш ине...
Бөгөн иртәнсәк Отнурок ауылында балалар тейәгән автобус һыуға бата яҙҙы. Балалар ҡурҡан, һыуланған. Боҙ ирей башлаған, һыу киткән. Әгәр ҙә батһалар?” – тип яҙа автор.
Уҙған йомала Интернет селтәрендәге “Подслушано Белорет” бәйләнештәр диуарындағы Белорет районының Отнурок ауылында балалар автобусының һәләкәткә осрай яҙыуы хаҡындағы мәғлүмәт береһен дә битараф ҡалдырманы. Уны 64 мең кеше ҡараған, йөҙҙәрләгән комментарий яҙған.
Әле Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәл буйынса тикшереү үткәрә. “Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәткән өсөн” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ла ихтимал.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса автобуста 15 бала булған. Нура йылғаһы аша ваҡытлыса юлдан китеп барғанда транспорт һыуға төшөп киткән.
Был хәлдән һуң Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы автобус үткән юлға өҫтәп ҡырсынташ түшәгән, иҫкәртеү бағанаһын ҡуйған. Быйыл Белорет – Отнурок юлындағы ике күпергә лә капиталь ремонт эшәләнәсәк, тип аңлатма бирелгән район хакимиәте сайтында.
Читайте нас: