Стәрлетамаҡтағы сиркәүҙән иғәнә йыйылған йәшникте урлауҙары хаҡында хәбәр иткәйнек. Бурҙар тотолған.
Улар 20 – 30 йәштәрҙәге өс ир булып сыҡҡан. Иң йәше – Стәрлетамаҡтан, ҡалған икеһе – Ишембай һәм Дүртөйлө райондарынан.
Араларынан береһе сиркәүҙә күпмелер ай төрлө эштәрҙе башҡарып йөрөгән. Ул әлеге енәйәтселәр менән бергә тәүҙә алтын изделиеларҙы һәм иконаны урларға теләгән. Ләкин 61 йәшлек ҡарауылсы пландарын емергән, һөҙөмтәлә уның башына тимер менән бер нисә тапҡыр һуҡҡандар һәм иғәнә йыйылған йәшникте эләктереп ҡасҡандар.
Ҡулға алынған енәйәтселәрҙең һүҙҙәренсә, барлыҡ аҡса (һигеҙ мең һум самаһы) Стәрлетамаҡ сауналарының береһендә эскегә киткән. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре хәлде асыҡлауҙы дауам итә. Ҡазаланған ҡарауылсы дауаханала.
Юлбаҫарҙарса һөжүм итеү дәлиле буйынса ирҙәргә енәйәт эше асылған.