Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 14:22

Доға менән өй таҙарталар. 170 мең һумға!

Өфөлә 84 йәшлек хаҡлы ялдағы әбей фатирына таныш булмаған ҡыҙҙы индерә һәм 170 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Өфөлә 84 йәшлек хаҡлы ялдағы әбей фатирына таныш булмаған ҡыҙҙы индерә һәм 170 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.


Был хәл баш ҡалала кисә була. Көпә-көндөҙ әбейҙең фатиры ишегенә бер ҡыҙ шылтырата һәм үҙен газ хеҙмәткәре тип таныштыра.


Шул уҡ ваҡытта, уның артынан тағы ла бер ҡатын инә һәм хужабикәгә уның өйөн доғалар менән “таҙартырға” тәҡдим итә.


Уны-быны уйламаған әбей ризалаша. Ә саҡырылмаған ҡунаҡтар киткәндән һуң, хужабикә 170 мең һум аҡсаһы һәм алтын биҙәүестәре юғалыуын асыҡлай. Ҡатын шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Бурҙарҙы полиция эҙләй.


Фото: primrep.ru
Читайте нас: