Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 19:52

Өфөлә 9900 төп дардар ултыртасаҡтар

20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостанда урман ултыртыу айлығы уҙғарыла. Айлыҡты үткәреүгә 120 урман участкаһы бүленгән. Унда 1 миллион 600 меңдән ашыу ағас ултыртыу планлаштыра.

20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостанда урман ултыртыу айлығы уҙғарыла. Айлыҡты үткәреүгә 120 урман участкаһы бүленгән. Унда 1 миллион 600 меңдән ашыу ағас ултыртыу планлаштыра.


Быйыл яҙ Өфө биләмәһендәге өс гектар майҙанда 9900 дардар ағасы (ясень), көҙ иһә 13 мең 200 төрлө ағас үҫентеһе ултыртырға йыйыналар. Ғөмүмән, быйыл баш ҡалабыҙҙа 23 меңдән ашыу йәш ағас үҫә башлаясаҡ.


Дардар ағасы яҡшы үҙләшеүе, тиҙ үҫеүе һәм ҡала шарттарындағы юғары техноген көсөргәнешлеккә яраҡлашыуы менән айырылып тора. Ғөмүмән, баш ҡаланың урман фонды яңыртыуҙы талап итә. Үҫентеләр Кушнарен районындағы “Горзеленхоз” питомнигынан килтерелә.


Өфө биләмәһенең 21 мең гектарҙан ашыу майҙаны йәшеллекте тәшкил итә, был Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһындағы иң яҡшы күрһәткес.


Фото: “Горзеленхоз” предприятиеһы сайтынан
Читайте нас: