Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 18:35

Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек башланды

Билдәле булыуынса, киләһе йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ. Ошо йәһәттән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында комиссия ойоштороу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Комиссияны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләй. Уның составына федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, шулай уҡ айырым категорияларға ҡараған кешеләрҙең иҫәбен алыу һәм уны үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн яуаплылар, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәттәре һәм бер нисә муниципаль район башлыҡтары индерелгән.
Республиканың райондары һәм ҡала хакимиәттәре ҡарамағында ла эште ойоштороуға яуаплы комиссиялар төҙөләсәк.
Читайте нас: