Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 23:37

Иғтибар: Таһир Кусимовтың мемориаль сайты бар

Интернетта Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың мемориаль сайты асылды.

Фото "Башҡорт энциклопедияһы"нан.
Фото "Башҡорт энциклопедияһы"нан.
Интернетта Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың мемориаль сайты асылды.
Адресы – http://kusimov.bashenc.ru. Сайтты асыу Бөйөк Еңеүҙең – 74, Советтар Союзы Геройының 110 йыллығына бағышлана. Унда Таһир Кусимовтың тормошо, хәрби батырлыҡтары тураһында уникаль яҙмалар тупланған. Шулай уҡ бында фотоһүрәттәр, видеоматериалдар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле мәғлүмәттәр, библиография урын алған.
Башҡортостандың күренекле шәхестәренең мемориаль сайттарын булдырыу эшен башҡорт энциклопедистары башланы.
Читайте нас: