Татарстандағы “Нижнекамскнефтехим” заводында йома көн шартлау булған. Унда Башҡортостандан биш кеше зыян күргән. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбировҡа Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында белдергәндәр.
Йәрәхәтләнгән кешеләр ундағы ҡоролмаларҙың береһендә капиталь ремонт башҡарған. Уларҙың өсәүһе Ҡазандың республика клиник дауаханаһына, икәүһе Өфөләге 18-се дауахананың реанимация бүлегенә оҙатылған.
Зыян күргәндәрҙең туғандары һәм яҡындары менән психологтар эшләй.