Көн һайын сыр ашағанда инфарктты иҫкәртеп була, тип иҫәпләй Бөйөк Британия ғалимдары. Тикшеренеү һөҙөмтәләре шуны күрһәтә.
Уларҙың раҫлауынса, сыр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәьҫир итеүсе минералдарға, витамин һәм аҡһымдарға бик бай. Шулай уҡ унда матдәләр алмашыныуын яҡшыртыусы кальций ҙа бар.
МакМастер университеты белгестәре лә 35 йәштән 70 йәшкә тиклемге 13 мең кешенең һаулығын тишергәндән һуң ошондай һығымта яһаған.