Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 18:16

Яңы эш урыны эҙләргә ваҡыт түгелме?

Яңы эш урыны эҙләү өсөн алты төрлө сәбәп бар, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.

Яңы эш урыны эҙләү өсөн алты төрлө сәбәп бар, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.
Тәүгеһе – эштән нисек тә “һыҙыу”, баш тартыу, “больничный”ға китеү уйының көсәйеүе. Икенсеһе – эш урынында һәр ваҡ-төйәктең теңкәгә тейеүе, борсоуы. Өсөнсө билдә – карьера ла үҫештең күренмәүе, билдәһеҙлек. Дүртенсеһе – начальник менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо. Арыу-талсығыу эштә күңелһеҙлек – шулай уҡ эштән китеү теләген көсәйтеүсе сәбәп. Алтынсыһы – тирә-яғығыҙҙа уңышҡа өлгәшкән, яҡшыраҡ йәшәгәндәргә ҡарата көнсөллөк көсәйеүе.
Читайте нас: