Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 14:05

Йылы көндәр әйләнеп ҡайтты

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 апрелдә республикала төндә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 апрелдә республикала төндә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, һауа температураһы төндә 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы, көндөҙ 9-14 градус йылы була.


24 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 10-15 градус йылы.


Фото: yablor.ru сайтынан