Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 13:48

ЗАГС лицейға ниңә килгән?

Ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Ғаиләлә бала тыуғанда ла, парҙар ҡауышҡанда ла, яҡындарын һуңғы юлға оҙатҡанда ла кешегә һәр саҡ ошо хеҙмәттең яуаплы белгестәре ярҙамға килә.

Был юлы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге лицейҙың I класс уҡыусылары менән осрашырға килде. Бүлек начальнигы Лариса Сафина үҙҙәренең эш үҙенсәлектәре менән балаларҙы таныштырҙы, ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәренә арналған ҡыҙыҡлы конкурс үткәрҙе. Уҡыусылар ҙур ҡәнәғәтләнең менән йомаҡ һәм кроссвордтар систе, үҙҙәренең ғаилә тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, осрашыу тамамланға та таралышырға ашыҡмай класс етәксеһе һорауҙарға күмде. Хәҙер улар серле һәм ҡоро тойолған ЗАГС төшөнсәһен яҡшы белә.
Читайте нас: