Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Башҡорт шағиры, әҙәбиәтсе, депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе була. Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Гимны авторҙарының береһе.