Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 15:12

“Москалевса өс бармаҡ”

“Өфө” сәйханаһында һарыҡ итенән өр-яңы ризыҡ барлыҡҡа килде. Ул “Москалевса өс бармаҡ” (уч-панжа) тип атала.

“Өфө” сәйханаһында һарыҡ итенән өр-яңы ризыҡ барлыҡҡа килде. Ул “Москалевса өс бармаҡ” (уч-панжа) тип атала.


Быға 20 апрелдә баш ҡалала уҙған футбол матчы сәбәпсе булды.
“Өфө” һәм “Арсенал” командалары араһындағы уйындың баш арбитры Владимир Москалевтың эшмәкәрлеге менән беҙҙең баш тренер ҙа, футболсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә риза булмағайны. Әле килеп быға сәйхана хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.


“Һарыҡ итенән өс шампурға теҙелгән шашлыҡ беҙҙең йөрәктәргә мәңгелеккә сәнселгән ғәҙелһеҙлекте, яуапһыҙлыҡты, башбаштаҡлыҡты аңлата”, – ти улар.


Фото: resto-barhan.ru
Читайте нас: