Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2019, 13:05

Бер ҡатын вафат булған

Кисә киске сәғәт 20.44-тә Белорет ҡалаһындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Унда шунда уҡ өс берәмек техника һәм шәхси составтан ете кеше ебәрелә. Шулай уҡ урынға табиптар һәм полиция юллана.

Кисә киске сәғәт 20.44-тә Белорет ҡалаһындағы күп фатирлы йортта янғын сыға. Унда шунда уҡ өс берәмек техника һәм шәхси составтан ете кеше ебәрелә. Шулай уҡ урынға табиптар һәм полиция юллана.


Янғын һүндереүселәр килеп еткән мәлдә туғыҙ ҡатлы йорттағы ике бүлмәле фатирҙарҙың береһендә ныҡ төтөнләнеү күҙәтелә. Янғынды һүндереү өсөн ике ствол бирелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, подъездан 34 кеше, шул иҫәптән һигеҙ баланы сығаралар. Шулай уҡ юғары ҡаттарҙан кешеләрҙе баҫҡыс һәм автобаҫҡыс менән дә эвакуациялайҙар.


Янғын һөҙөмтәһендә 1938 һәм 1965 йылғы ике ҡатын зыян күргән. Уларҙың береһе ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән.

50 квадрат метр майҙанды ялмаған утты 21.03 сәғәттә һүндерәләр. Барлыҡ эштәр төнгө 11-ҙә тамамлана. Янғын һөҙөмтәһендә ике фатир зыян күргән. Уның сәбәптәре асыҡлана.


Фото: sm-news.ru
Читайте нас: