Сибайҙың күп тармаҡлы һөнәри колледжында ирекмән отрядтары өсөн семинар үтте. Сарала ошо ҡаланан, Учалы, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.
Төбәктәге 21 волонтер отряды өс йүнәлештә даими рәүештә ярҙам күрһәтәсәк. Был эштәр – ветерандарҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы шефлыҡҡа алыу; үҙҙәре йәшәгән ерҙә мәрхәмәтлек проекттарын тормошҡа ашырыу; тирә-яҡты төҙөкләндереүгә өлөш индереү.
Семинарҙа ҡатнашҡандарға “3D волонтеры” проектының эксперт-методисы Нина Филиппова үҙ кәңәштәрен бирҙе.
Ирекмәндәр шулай уҡ уҡыу йорто менән яҡындан танышып, теләктәрен еткерҙе.