Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2019, 16:38

Осрашыу – үҙе бер ғүмер

Өмәләрҙә булһа, бигерәк тә шуға торошло

Өмәләрҙә булһа, бигерәк тә шуға торошло


— Балалар, миңә ҡайтырға кәрәк. Ағастарым ҡороп бөтөр әтеү. Ана, нисек ҡыҙҙыра, — тип әйберҙәрен төйнәй, йыя башлай торғайны Шакир бабай мәрхүм.


— Бабай, яңы ғына килдең бит, Өфөлә ниндәй ағастарың булһын? — тип ҡаршы төшкән булабыҙ, ләкин беләбеҙ — ул барыбер үҙенекен итәсәк.


— Бар шул, бар. Миләштәрем саҡ тамыр алып китте...


Ҡайтып китеп, балконы турыһындағыһына өҫтән — өсөнсө ҡаттан, ҡалғандарына дуҫтары менән биҙрәләп ташып, һыу һибәләр ине. Хәҙер, байтаҡ ғүмер үтһә лә, уларҙың элекке өйө — Черниковкалағы биш ҡатлы “хрущевка”һы ҡырынан тыныс ҡына үтеп китә алмайым. Төшөп өйҙөң “тыл” яғына үтәм дә өй буйында ара-тирә ҡалған миләштәр эргәһенә киләм. Ҡайһыһы уның ҡороған — ни тиһәң дә, өс тиҫтәнән ашыу ғүмер уҙған, ҡайһыһы инде эргәһенән алмаш үҫтереп маташҡан да, ҡар баҫымы аҫтындамы, ҡаралмағанлыҡтанмы йә олоно, йә осо һынған. Шулай ҙа бер нисә төбө бар икән. Улары иһә өлкән — һуғышты күргән, унан һуңғы ауыр йылдарҙың михнәтен кисергән быуынға доға ҡылып, йыл һайын япраҡ яра, көҙөн тәлгәштәренә ялҡын уйната.


Хәҙер был быуын да, рәт-рәт һуҙылыр үҫентеләр ҙә юҡ. Элеккеләрен 80-се йылдарҙа һуңғы фронтовиктар, тыл хеҙмәткәрҙәре, яу яланында ятып ҡалғандарҙың тол ҡатындары, уларҙың балалары ултыртҡайны. Үҫентеләрҙе ҡайҙан алғандарҙыр, белмәйем, бәлки, райком ойошторғандыр, бәлки, коммуналь хужалыҡтар, ҡаланы йәшелләндереү менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙыр — уныһы мөһим түгел, ә бар ғиллә яҡын-тирә өйҙәрҙә йәшәүселәр тарафынан ултыртылып, тәрбиәләнеп тороуында. Ағас ҡына ултыртып ҡалманы улар, ошо үҫентеләр эргәһенә, подъезд төптәренә фатирҙарынан гөлдәр ҙә сығарҙылар. Үҙҙәренең баҡсаһындай итеп ҡаранылар.

Өҫтәүенә яңғыҙ бесәйҙәрҙе, эттәрҙе, өйөр-өйөр күгәрсендәрҙе ашаттылар, ҡышҡылыҡҡа иһә үҙҙәре үҫтергән ағастарға ҡоштар өсөн тағараҡтар элделәр. Иң мөһиме — бар эштәрендә лә эргәләрендә ейән-ейәнсәрҙәре йөрөнө, олатай-өләсәй була белделәр!


Һағындырһа ла, ностальгияға бирелеү түгел был, ә күңелдәре матурлыҡҡа ынтылған шул замандағы һымаҡ эскерһеҙ кешеләр бөгөн ҡайҙа икән, тип аптырайһың. Эйе, ул саҡта өмәләргә заман төҫө бирергә тырышып, “өмә” һүҙе алдынан “коммунистик” тигәне лә, плакаттарға, гәзиттәрҙең тәүге битенә бүрәнәнең йыуан башын ҡулбашына күтәргән юлбашсы һүрәте лә өҫтәлә торғайны. Булһа булғандыр, һәр замандың үҙ йөҙө бит, әммә өмәләрҙең асылы бөгөн дә — йорт-тирәне, урамдарҙы ҡыш буйы йыйылған сүптән таҙартыу, ағастар ултыртыу, бар тирә-яҡты тәбиғәттең йәшелләнеүенә тап килтереп, “ялт” иттереп ҡалдырыу – юғалманы. Киреһенсә, яңы төҫ ала һымаҡ.

Ҡайһы саҡ “һымаҡ” ҡына шул. Мин бында әҙәм балаһының күңеле үҙгәреүен, моңһоҙлоҡто күҙ уңында тотам. Йыш ҡына ҡалаларҙа шул күҙәтелә: кеше йәшәгән өйҙәр эргәһен торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, яҡындағы ойошма хеҙмәт­кәрҙәре, студенттар, хатта уҡыусылар таҙартып йөрөй, ә өйҙәрҙә... шәмбе — ял көнө, тип ҡулына көрәк тоторлоҡ ирҙәр йоҡонан ғына тора, һепертке алырлыҡ ҡатындар... Ҡуй, һөйләмәйек. Бәғерҙәре ҡаты кешене һүҙ менән генә иретеп тә, битарафлыҡты уятып, сәмдәренә тейеп тә булмай. Лутсы тыр­маларҙы, көрәктәрҙе тотайыҡ та тирә-яғыбыҙҙы таҙартырға, ағас ултыртырға сығайыҡ. Бәлки, балалар беҙҙең эште күрер. Үҙҙәре булышмаһа ла, кеше таҙартҡан ергә сүп ырғытмаҫ, үҫенте ултыртмаһа ла — һындырмаҫ. Бәлки, атай-әсәйем ултыртҡан ағастар ине, беҙ ҙә шулай эшләйек, исмаһам, һыу булһа ла һибәйек, тиер.


Ауылдарҙа өмәләр башҡасараҡ үтә. Рәсми көн иғлан иткәнсе үк һәр кем йорт-тирәһен таҙартып ҡуйған була. Күршеһе ни эшләһә, икенсеһе лә шуны башҡара. Ә айырым көндә ауыл өсөн дөйөм булған ергә сығалар: соҡор-саҡырлы урындарҙы тәртипкә килтерәләр, юл, шишмә буйҙарын таҙарталар. Ошондай бар эште бөтөрөп, көндәр ныҡлы йылытҡас, сират кәртә-ҡортаға күсә: алыштыралар, яңырталар, буяйҙар. Тағы изге ғәмәл бар намыҫлы халыҡ йәшәгән, иман белгән ауылдарҙа — мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, зыярат ҡылыу, дөйөм ҡәберлектәрҙе ипкә килтереү.


Мәҫәлән, үҙемдең тыуған ауылым — Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында 2, 8 май көндәрендә зыяратта йыйылып, һәр кем ҡулынан килгәнсә эшләп алыу изге йолаға әйләнгән. Береһе лә әйтеп тормай — һәр өйҙән, нәҫелдән барып, ҡәберлектәрҙе ипләйҙәр, рәшәткәләрен буяйҙар, сәскә ултырталар. Ә инде июль баштарына ир-ат тағы йыйыла — үҫкән үләнен саба, ҡара-ғуранан таҙарта...


Өмәләрҙең тағы бер изге ниәте бар: нәҡ ошонда килеүселәр бер-береһе менән ихлас аралаша, ҡайғы-шатлығын уртаҡлаша. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ: осрашыу – үҙе бер ғүмер, тимәгән бит. Яҙын бергә йыйылып һөйләшеп, көлөшөп, дөйөм эште башҡарҙың икән, ысынлап та, йылға торошло илһам, ҡыуаныс алаһың. Бер көн (дөрөҫөрәге, нисә генә сәғәт эсендә) ултыртылған ағастар ҙа балаларыңдың ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрҙең дә ғүмеренә етерлек шатлыҡ өләшә, үҙеңдең ерҙә йәшәп киткәнлегеңә тере һәйкәл булып ултыра. Ни бары бер генә ағас. Ә ғүмерең буйы ҡылғандарыңды иҫләрлек изге эш башҡараһың...

Читайте нас: