Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 15:19

“Ағыулаусылар менән һөйләшергә кәрәк”

“Ишембай районының Байғужа ауылында үткән йыйылышты халыҡ көткән: белгестәр эргәһенән кеше өҙөлмәне, дөйөм йыйылыш та ҡыҙыу барҙы”, – тип хәбәр итә райондың “Торатау” гәзите хәбәрселәре.

“Ишембай районының Байғужа ауылында үткән йыйылышты халыҡ көткән: белгестәр эргәһенән кеше өҙөлмәне, дөйөм йыйылыш та ҡыҙыу барҙы”, – тип хәбәр итә райондың “Торатау” гәзите хәбәрселәре.


Проблемалар көнүҙәк: юлдар, эскелек менән көрәш, сүп-сар сығарыу... Быйыл Байғужала ике урамға – Совет һәм Күл урамдарына ҡырсынташ түшәү ниәтләнә. Шулай уҡ Кинйәбулат ауылында ла ике урамда ремонт көтөлә. Был эштәр Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге сараларға бүленгән аҡсаға эшләнәсәк.


“Ҡасан Механизаторҙар урамында юлдар ремонтланасаҡ?” – тигән һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов мөмкинлек булғанда был юлдар быйыл уҡ төҙөкләндереләсәген, юҡ икән – киләһе йылға ҡалдырыласағын әйтте. Тәйрүк йылғаһын таҙартыу мәсьәләһе лә хәл ителеүҙе көтә. Был халыҡты күптән борсоған проблема, шуға киләһе йылға аныҡ маҡсаттар билдәләнгән.


Маршрут автобусына ҡағылышлы мәсьәләне лә күтәрҙе ауыл халҡы. Автобус ауыл ситенән түгел, ә эсенә инеп ураһын ине тигән теләк белдерҙе улар. Был һорау транспорт компанияһы менән берлектә ҡараласағын әйттеләр. Шунда уҡ ҡалаға йөрөп уҡыусы балалар күплеген иғтибарға алып, уларҙы айырым мәктәп автобусы менән йөрөтөү мөмкинлеге лә ҡаралды.


Ауылда клуб мөдиренең, художество етәксеһенең булмауына ла халыҡ риза түгел. Байрамдар, төрлө саралар үтеп тора, әлбиттә, халыҡты туплап торған мәҙәни усаҡ хужаһы, саралар ойоштороусы кәрәк. Был проблеманы ла хакимиәт башлығы иғтибарға алды, тиҙҙән уның хәл ителеренә ышаныс ҙур.


Башҡа ауылдарҙағы һымаҡ, Байғужала ла сүп-сар сығарыуға ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Ауылда бер нисә урында сүп-сар өсөн контейнер ҡуйыу кәрәклеген берәүҙәр хуплап сығыш яһаһа, икенселәр был күренешкә ҡаршы төштө.


Заман афәтенә әйләнгән эскелеккә ҡаршы сығыштар көслө яңғыраны. “Насар шөғөлдәрен туҡтатһындар өсөн, эске һатып халыҡты ағыулаусыларҙың һәр береһенә барып һөйләшергә, аңлатырға кәрәк”, – тигән фекерҙәр әйтелде. Халыҡтың һүҙе үткер, дәррәү ҡуҙғалғанда байғужалар ҙа эскелекте тамырынан ҡоротор.


Фото: Резида Шәнгәрәева.
Читайте нас