Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 20:17

Балеринаны ҡотлайбыҙ!

Леонора Ҡыуатоваға “Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданы” исеме бирелгән. Билдәле балерина һәм педагог – баш ҡалабыҙҙың 38-се маҡтаулы гражданы, тип хәбәр итә Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.

Леонора Ҡыуатоваға “Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданы” исеме бирелгән. Билдәле балерина һәм педагог – баш ҡалабыҙҙың 38-се маҡтаулы гражданы, тип хәбәр итә Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.


Леонора Сафи ҡыҙы Ҡыуатова – РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры, балет труппаһының художестволы етәксеһе, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының художество етәксеһе. Ул – С. Юлаев исемендәге республика дәүләт һәм “Балет” журналының “Бейеү рухы” премиялары лауреаты.


Балерина Өфөлә тыуған һәм Ленинград хореография училищеһынан һуң 1967 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләгән.


Фото bashinform.ru сайтынан алынды.