Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 20:19

Эх, туйҙар, туйҙар!

Хәҙер ҡыҙҙар һәм егеттәр туй көнөн билдәләгәндә һандарға ла иғтибар итә. Шулай итеп, 2019 йылдың 19 апрелендә 237 йәш ғаилә никах туйын үткәргән.

Хәҙер ҡыҙҙар һәм егеттәр туй көнөн билдәләгәндә һандарға ла иғтибар итә. Шулай итеп, 2019 йылдың 19 апрелендә 237 йәш ғаилә никах туйын үткәргән.


Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был көндө барыһы 99 пар никахҡа ингән.


Ҡалалар араһында иң күбе баш ҡаланың Калинин һәм Киров райондарының ЗАГС бүлектәрендә – 17, Белорет ҡалаһы һәм районының ЗАГС бүлегендә – 13, Октябрьский ҡалаһы ЗАГС-ында 11 йәш ғаилә барлыҡҡа килгән. Ә райондар араһынан Әбйәлилгә тиңдәр табылмаған: бында 7 ғаилә никахтары теркәлеү тураһында танытма алған.


Фото M.yandex.com.tr. сайтынан алынды.
Читайте нас: