Бөгөн Өфөлә “Башҡортостандың Рустар соборы” республика ижтимағи ойошмаһының V съезы булып үтте. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.
Йыйынға 323 делегат һайланғайны, улар башҡарма комитеттың 2016-2019 йылдарға отчетын тыңланы, ойошманың Уставына үҙгәрештәр индерҙе, башҡарма комитет һәм ревизия комиссияһы ағзаларын һайланы.
“Башҡортостандың Рустар соборы” 1998 йылдың 28 мартында ойошторолған, маҡсаты – рухи берҙәмлек идеяларын булдырыу һәм таратыу, республиканың рус граждандарының мәҙәниәтен үҫтереү, рус һәм славян мәҙәниәтенең төрки һәм фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәте менән бер-береһен байытыуына булышлыҡ итеү.
Йыйын аҙағында Радий Фәрит улы ойошманың башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцевты – Салауат Юлаев ордены, бер төркөм алдынғыларҙы Рәхмәт хаты һәм юбилей миҙалдары менән наградланы.
Сара “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде.