Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 20:15

Ҡолғоналар рамаҙан айын ҡаршыларға әҙер

Изге рамаҙан айы башланыр алдынан Ишембай районының Ҡолғона ауылында һөйөнөслө ваҡиға булды. Иман ҡайтһын тип тырышҡан ауыл уңғандары мәсетте йыйыштырырға өмәгә сыҡты. Асылғаны бирле йыуылмаған стеналарҙы, түбә таҡталарын ялтлатып таҙартып та ҡуйҙы ауылдаштар.

Тышта ла эш ҡайнап торҙо. Һыу ташыу, ҡоро үләндәрҙе таҙартыу, соланды буяу, сәскәләр ултыртырға клумбалар әҙерләү – бик тә илһамланып башҡарылды. Өмәне ойоштороусы Зилиә Шәрипова менән Ғәҙилә Ямалованың тырышлығы бушҡа китмәне.

Өмәселәр арыһалар ҙа, рухи еңеллек кисереп таралдылар. Был яҡшы башланғыстың аҙағы түгел, эштәр артабан да дауам итәсәк.

Ҡолғона халҡы Ураҙаны таҙа мәсеттә ҡаршылаясағына шатлана. Әйткәндәй, 26 апрелдә бында "Хуш киләһең, Рамаҙан" тигән интерактив сара буласаҡ.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: