Бөгөн таң менән Сахалин ГРЭС-2-не төҙөгән хеҙмәткәрҙәр йәшәгән ике ҡатлы дөйөм ятаҡ бинаһында ут сыҡҡан. Унда 162 кеше йәшәгәне билдәле. Янғынды һүндергәндән һуң өс кешенең үле кәүҙәһе табылған.
“Интерфакс” агентлығы хәбәр итеүенсә, вафат булғандар Алтай, Красноярск крайҙарынан һәм Башҡортостандан. Шулай уҡ биш кеше йәрәхәтләнгән, уларҙы Томарин үҙәк дауаханаһына алып киткәндәр.
Төҙөлөштөң генераль подрядчигы булған “ТЭК Мосэнерго” компанияһы белдереүенсә, вафат булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеләсәк. Әле янғын сәбәптәре асыҡланмаған. Урында криминалистар һәм тәфтишселәр эшләй.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.