Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 16:57

Бөрйән ҡыҙы ярҙамға мохтаж

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Юлдашевтар ғаиләһе мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Юлдашевтар ғаиләһе мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай.


“Ҡыҙыбыҙ Эльвина (2006 йылғы) алты йәшендә киҫкен менингит энцефалиты сиренән һуң симптоматик эпилепсия (резистент формаһы) менән ауырый башланы, – ти Юлдашевтар. – 2012 – 2015 йылдарҙа 2-се Республика балалар клиник дауаханаһының психоневрология һәм эпилептология үҙәгендә һигеҙ тапҡыр ятып сыҡтыҡ, әммә өйәнәк туҡтаманы. Урындағы дауаханала ҡыҙыбыҙ ике рәт эпистатус үткәрҙе. Биш сәғәттән ашыу барған өйәнәктәр мәлендә ни кисергәнебеҙҙе һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел.


Артабан ҡыҙыбыҙ Мәскәүҙәге Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты клиникаһында дауаланды, әммә эпилептик өйәнәктәр туҡтаманы. 2017 йылдың 9 мартында иһә Төмән ҡалаһының Нейрохирургия федераль үҙәгендә операция эшләнеләр. Әммә ҡыҙыбыҙҙың хәле үҙгәрмәне, хатта насарланды ла.


Әле беҙгә Испанияның Барселона ҡалаһындағы “Текнон” медицина үҙәгендә тикшереү һәм дауалау үткәрергә тәҡдим итәләр. Бының өсөн 13 мең евро самаһы аҡса кәрәк. Үҙебеҙҙең мөмкинлек булмағанлыҡтан, мәрхәмәтле кешеләрҙән үтенеп һорайбыҙ: хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итһәгеҙ ине...”


Аҡса күсереү өсөн


Һаҡлыҡ банкы картаһы номеры – 4817 7601 7943 1055 йәки 89378399438 телефон һандары буйынса (әсәһе Гөлсәсәк Юлдашева).


ВТБ24 банкы картаһы номеры – 5368 2900 1053 5955 (атаһы Динар Юлдашев).
Читайте нас