Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге билдәле “Бейегән торналар” фонтаны тергеҙеләсәк.
Уны ошо урындағы “Имәндәр” скверына күсереү ҡарала. Мәғлүм булыуынса, фонтанды тергеҙеү бурысын былтыр ноябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡуйғайны.
Орджоникидзе районы хакимиәтендә был проект буйынса фекер алышыу үтте. Уны ҡаланың баш архитекторы Олег Байдин тәҡдим итте.
Фонтанды тергеҙеү менән бер рәттән сквер ҙа заманса төҙөкләндереләсәк. Был эште 1 июндә башлап, октябрь башында тамамлау планлыштырылды.