Өс көндән Американың Мэриленд штатында Өсөнсө рейх фюреры Адольф Гитлерҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыр алдынан Чехословакияға генерал-фельдмаршал Фердинанд Шернерға ебәргән телеграммаһының яҙмышы хәл ителә.
Ул 30 апрелдә һәм 1 майҙа үтәсәк аукционға сығарыласаҡ. Ҡомартҡыны 60-80 мең долларға һатырға иҫәп тоталар. Уға өҫтәмә итеп, Шернерҙың Гитлерға ҡамауҙағы Берлиндан ҡасырға тәҡдим иткән яуабы ла тапшырыласаҡ.
Гитлерҙың 1945 йылдың 24 апрелендәге телеграммаһында иһә: “Мин Германия өсөн хәл иткес алышта лайыҡлы рәүештә ҡатнашыу һәм бындағы башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтеү өсөн Берлинда ҡалам. Ошо рәүешле Германияға иң яҡшы хеҙмәтемде күрһәтәсәкмен”, – тиелә.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, был телеграмманы ебәргәндән һуң ике көн үткәс, Гитлерға Берлиндан китер өсөн һуңғы мөмкинлек бирелә, әммә ул бынан баш тарта. 30 апрелдә ул һәм ҡатыны Ева Браун Берлиндағы бункерҙа үҙ-үҙҙәрен үлтерә.
Әммә имеш-мимештәргә ҡарағанда, Гитлер Көньяҡ Америкаға ҡаса һәм ғүмеренең аҙағынаса йәшеренеп йәшәй. Ә баяғы телеграмманың адресаты Фердинанд Шернер 1973 йылда Мюнхен ҡалаһында вафат була.