Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 17:30

Ишеттегеҙме? Ағастарҙы клонлаштыра башлағандар

Эйе, был хәбәр ысын. Заман технологиялары хәҙер ошоға ла барып еткән икән. Ағастарҙы микроклонлауҙы “Россельхозцентр”ҙың төбәк бүлексәһендә биотехнология лабораторияһында башҡаралар.

Эйе, был хәбәр ысын. Заман технологиялары хәҙер ошоға ла барып еткән икән. Ағастарҙы микроклонлауҙы “Россельхозцентр”ҙың төбәк бүлексәһендә биотехнология лабораторияһында башҡаралар.


Маҡсаты – Башҡортостандың урман генофондын тергеҙеү. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Орджоникидзе районында үҙәктең баҡса-консультация үҙәгенең яңы бинаһы асылды. Бында һынау лабораторияһы урынлашҡан.


Ағастарҙы клонлаштырыу айырыуса ҡиммәтле ағас тоҡомдарын һаҡлау өсөн эшләнә. Әлеге мәлдә лабораторияла ҡайын менән уҫаҡты клонлаштыра башлағандар. Тәүҙә ағастар һайлап алына, аҙаҡ уларҙан материал әҙерләнә. Бер грамм материалдан ғына 11 мең самаһы яралғы алырға мөмкин. Артабан микроүҫентенән микроботаҡ үҫеп сыҡҡас, уны ергә ултыртырға мөмкин.


– Клонлаштырылған ағастар тиҙерәк өлгөрә, уларҙың иммунитеты ла нығыраҡ була, – ти һынау лабораторияһы мөдире Динара Ғарифуллина.


– Был – бик етди эш, ул ваҡыт һәм оҫталыҡ талап итә. Әммә беҙ уңышҡа ышанабыҙ. Башҡа төбәктәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, селекция эше урман һөҙөмтәлелеген 30 процентҡа арттыра. Микроклонлаштырыуҙың тағы бер ыңғай яғы – был технология арҡаһында үҫентеләр сәләмәт була, – ти республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов.


Әлеге мәлдә был лабораторияла вирусһыҙ бәрәңге үҫтереү эше бара. Май урталарында микроботаҡтарҙы теплицаға ултыртыу башланасаҡ. Ә киләсәктә бында баҡса еләге үҫтерергә планлаштыралар.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: