Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 21:15

Һуҡырҙар ҙа һайлау менән ҡыҙыҡһына

Бөгөн Өфөлә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һайлау хоҡуғына бәйле конкурс ойошторолдо.

Бөгөн Өфөлә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һайлау хоҡуғына бәйле конкурс ойошторолдо.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы һәм “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте” республика ойошмаһы бындай бәйгене һигеҙенсе йыл рәттән ойоштора.


Конкурс бик йәнле үтте. Алып барыусының һайлау хоҡуғына һәм һайлау процесына бәйле һорауҙарына һәр кем ихлас яуап бирҙе.


Ойоштороусылар белдереүенсә, был ярышта ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Уның виртуаль туры – викторина булдырылыу сәбәпле, Өфөнән башҡа Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡалаларында йәшәгән кешеләр ҙа сарала ҡатнашыу мөмкинлеген алды.


Бөгөнгө сара викторина булараҡ үтте, уның жюри ағзалары араһында республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов тә бар ине.


Фото: Гөлиә Гәрәева.
Читайте нас: