Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 16:16

Ваня ниңә һаман атламай?

Былтыр 31 декабрҙә Магнитогорск ҡалаһында күп ҡатлы йортта шартлау булып, 39 кешенең ғүмере өҙөлгәнен иҫләйһегеҙҙер. Шул саҡта бер нисә тере ҡалған бәхетлеләр араһында 10 айлыҡ Ваня Фокин да бар ине...

Былтыр 31 декабрҙә Магнитогорск ҡалаһында күп ҡатлы йортта шартлау булып, 39 кешенең ғүмере өҙөлгәнен иҫләйһегеҙҙер. Шул саҡта бер нисә тере ҡалған бәхетлеләр араһында 10 айлыҡ Ваня Фокин да бар ине...


Малай тәүлектән ашыу емереклектәр аҫтында ятҡайны. Ҡотҡарыусылар табып алғас, Мәскәүгә дауаланырға ебәрелде. Ә үҙенең бер йәше тулыуға – 16 февралгә өйөнә ҡайтарылды.


Ваняның зыян күргән аяғын табиптар ҡырҡмай һаҡлап алып ҡалды, әммә уға оҙайлы реабилитация үтергә кәрәк. Бәләгә тарыу эҙһеҙ үтмәгән – сабый аяғына ныҡлы баҫып үҙаллы атламай әле.


Бер нисә көн элек Фокиндар Силәбе ҡалаһындағы балалар дауаханаһына килде. Малайға көн дә массаж, дауалау физкультураһына ингән тиҫтәләгән процедура үтергә тура килә.


Табиптар Ваняны ныҡ ярата. Ул бик тыныс, тиҙәр. Бындағы дауалауҙан һуң үҙе атлап та китер тип өмөтләнәләр.


Ә Магнитогорскиҙағы Карл Маркс урамындағы бәлә күргән 164-сы йорт халҡын Владимир Путин тулыһынса башҡа торлаҡҡа күсерергә ҡушһа ла, ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең фатирынан китеүҙән баш тартҡан. Фокиндар ғаиләһе иһә яңы өйлө булған да инде.


Фото: juinfo.ru
Читайте нас: