Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 17:08

Юҡҡа атылмаған, күрәһең...

14 апрелдә Липецк ҡалаһы янындағы хәрби аэродром биләмәһендә Башҡортостандан хеҙмәткә саҡырылған һалдаттың үҙ-үҙенә ҡул һалыуын ишеткәйнек.

14 апрелдә Липецк ҡалаһы янындағы хәрби аэродром биләмәһендә Башҡортостандан хеҙмәткә саҡырылған һалдаттың үҙ-үҙенә ҡул һалыуын ишеткәйнек.


Хәйбулла районынан 22 йәшлек яҡташыбыҙ автоматтан үҙенә атҡан ине. Һуңғараҡ, йәнәһе, ул хат ҡалдырған, унда тормоштан арығанлығын, үҙен ғәйепләгәнен хәбәр иткән, тигәйнеләр. Күрәһең, хәл улай булмаған, сөнки әле Рәсәй Тәфтиш комитетының баш хәрби тәфтиш идаралығынан белдереүҙәренсә, Тамбов гарнизоны тәфтишселәре Рәсәй Енәйәт кодексының 110-сы статьяһы (“Үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға этәреү”) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.


Егеттең ата-әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ, эште аҙағынаса алып барып еткереүҙә уңыштар теләйбеҙ.


Фото: 1zoom.ru
Читайте нас