Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2019, 12:28

Быйылға эш ноябрҙә тамамланырға тейеш

Быйыл республикала күп фатирлы йорттарҙың подъезын ремонтлау дүрт этапта үтәсәк, йорт яны биләмәләре лә төҙөкләндереләсәк.

Фото: yandex.ru
Быйыл республикала күп фатирлы йорттарҙың подъезын ремонтлау дүрт этапта үтәсәк, йорт яны биләмәләре лә төҙөкләндереләсәк.


15 июнгә тиклем дөйөм планлаштырған эштең 25 проценты башҡарылырға тейеш. 1 ноябргә иһә барыһын да тамамлау бурысы ҡуйылған. Был эш өсөн бюджеттан бер миллиард һум аҡса бүленгән.


Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусының кәңәшсеһе – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Роман Погодин “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ултырышында белдереүенсә, подрядсы ойошмалар һайланып, 282 подъезда эш башланған. Бының менән бергә, “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы, йорттар яны биләмәләрен төҙөкләндереү ҙә тормошҡа ашырыла. Быйыл ошо маҡсатҡа бюджеттан 1,7 миллиард һум бүленә.


“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты буйынса федераль ҡаҙнанан – 1,4 миллиард һум, республиканыҡынан 28 миллион һумдан ашыу бүленә. Был аҡсаға 63 муниципаль берекмәлә 142 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтереләсәк. Өфөлә “Ҡашҡаҙан” паркын, Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” скверын төҙөкләндереү ҡаралған.