Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2019, 22:50

Мулдаҡайҙар нисек йәшәй?

Учалыла республика етәксеһе Радий Хәбиров Мулдаҡай ауылында ла булды.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Учалыла республика етәксеһе Радий Хәбиров Мулдаҡай ауылында ла булды.
Унда Башҡортостандың халыҡ артисы, “Каруанһарай” төркөмөнөң художество етәксеһе Вилдан Яруллиндың әсәһен 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне. “Һоҡланғыс балалар үҫтергәнһегеҙ, ғорурланып йәшәгеҙ”, – тине Радий Фәрит улы ағинәйгә.
Ошо уҡ ауылда республика етәксеһе 1977 йылда төҙөлгән урта мәктәптә булды. Ике йыл элек бинаның ҡыйығын яңыртҡандар, хәҙер иһә тәҙрәләрен, ишектәрен алмаштыралар. Уҡыу йорто директоры Гүзәл Әбүбәкерова һүҙҙәренсә, бар эштәр 1 сентябргә тиклем тамамланасаҡ.


Республика етәксеһе педагогик коллектив, уҡыусылар менән аралашты, тап уларҙың төбәгебеҙ киләсәген тәьмин итеүен билдәләне.
Ауыл клубында иһә Радий Фәрит улы урындағы халыҡ менән осрашып, газ үткәреү, юл төҙөлөшө, биләмәне үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
Читайте нас