Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2019, 11:55

Дуҫтарыбыҙ тағы ла артһын!

Аҙна аҙағында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре сираттағы эш сәфәре менән Бишбүләк районында булды.

Автор фотолары.
Аҙна аҙағында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре сираттағы эш сәфәре менән Бишбүләк районында булды.


Бында улар яҙғы баҫыу эштәренең барышы, райондың башҡорт ауылдарын берләштергән Ҡаныҡай ауыл Советының көнитмеше, мәҙәниәт, йәштәр тормошо, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеш юлдары менән яҡындан танышты.


Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин төбәктең бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, алда торған бурыстар, башҡараһы бурыстар хаҡында һөйләне. Әүҙем хеҙмәттәшлек алып барғаны, республиканың төп милли баҫмаһына яҙылыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Наил Ғабдулла улына редакцияның Рәхмәт хаты тапшырылды.


Киләсәктә Бишбүләктә гәзитебеҙ дуҫтары тағы ла артыр тигән өмөт-ышаныста ҡалабыҙ.