Бөгөн “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының икенсе этабы үтте.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған сарала Балаҡатай, Иглин, Илеш, Учалы райондары бәйгеселәре ҡатнашты. Ипподромдың холында төбәгебеҙҙең тауар етештереүселәре йәрминкә ойошторҙо.
Турнир ике этапта үтте. Һөҙөмтәлә иң шәп бәйгесе тип Илештән Роберт Хафизов танылды.
Мәғлүм булыуынса, турнирҙа башҡорт тоҡомло аттар ғына уҙыша. Финал ярыштары 11 октябрҙә, Республика көнөндә үтәсәк.