Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә аяҡ аҫтында. Бына Шри-Ланкаға ял итергә килгән миллиардерҙар ғаиләһе лә уларҙы ниндәй ҙур ҡайғы һағалағанын һиҙенмәй.
Уҙған аҙнала Һиндостан янындағы был утрау дәүләтен террор акттары шаулатты. Һигеҙ шартлау арҡаһында 290 кеше һәләк булды, 500-ләбе яраланды. Бәхеткә күрә, зыян күргән 35 сит ил гражданы араһында Рәсәйҙекеләр юҡ.
Ә бына Дания халҡы тәрән ҡайғынан тетрәнде. Илдең иң бай кешеһе – 46 йәшлек миллиардер Андерс Холч Повлсен һәм уның 40 йәшлек ҡатыны Анна дүрт балаһының өсәүһен – ике ҡыҙын һәм улын юғалтты. Альма, Астрид, Агнес һәм Альфред исемле балаларҙан бер ҡыҙ ғына иҫән ҡала.