Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 15:12

Дауыл аямаған

Башҡортостанға көслө дауыл килеүе тураһында халыҡты алдан уҡ иҫкәрткәйнеләр. Ел айырыуса Ауырғазыла ныҡ булды һәм зыян килтерҙе. Кисә райондың 13 ауылында 20 бинаның ҡыйығы емерелеүе асыҡланды.

Башҡортостанға көслө дауыл килеүе тураһында халыҡты алдан уҡ иҫкәрткәйнеләр. Ел айырыуса Ауырғазыла ныҡ булды һәм зыян килтерҙе. Кисә райондың 13 ауылында 20 бинаның ҡыйығы емерелеүе асыҡланды.


– Елдең тиҙлеге секундына 21метрға тиклем етте. Барлығы 12 шәхси йорттоң, өс социаль әһәмиәтле, алты производство һәм өс торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объектының ҡыйыҡтары зыян күрҙе, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.


Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм район белгестәре барҙы. Шунда уҡ махсус комиссия ултырышы үтте. Район хакимиәте эш төркөмө булдырҙы, улар матди зыянды иҫәпләйәсәк.


“Аургазинский вестник” гәзите хәбәр итеүенсә, ауыл кешеләре ҡыйыҡтарҙың зыян күреүе, унан рубероид алып ташланыуы, автомобилдәрҙең зыян күреүе, йығылған ағастар һәм ел осороп алып киткән теплицалар тураһында һөйләгән.


Бынан тыш, Ғафури районының Антоновка ауылында ла кисә ел фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡыйығын өлөшләтә алып ташлаған.


Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас